Республикала 5 районда коронавирустан вакцина яһатыу буйынса план үтәлгән

Был турала Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан белдерәләр. Бүздәк, Әлшәй, Шишмә, Саҡмағош һәм Өфө райондарында прививка алырға тейешлеләрҙең барыһы ла иммунизация үткән. Иң түбән күрһәткестәр Бөрйән, Белорет райондарында, Сибай, Межгорье һәм Октябрьский ҡалаларында. Унда халыҡтың 50 проценты ғына прививка эшләткән. Коронавирус таралыуын туҡтатыу өсөн коллектив иммунитет булдырыу мөһим. Кешелек күп йоғошло сирҙәрҙе бары тик вакцина ярҙамында еңеп килә. “Ковид-19” вирусы таралыуын сикләү өсөн дә прививка яһатырға кәрәк, ти медицина фәндәре докторы, профессор Сәлиә Мырҙабаева.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Башҡортостанда 1 декабрҙән вакциналау сертификаты булмағандар шифаханаға һәм ҡунаҡханаға урынлаша алмай.