Республиканың һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре профсоюз ағзалары эш урынында йәрәхәтләнгәндә, матди ярҙамға дәғүә итә ала. Июндә старт алған программаға ярашлы, дауахана, фельдшер-акушерлыҡ пункттарынан егерме меңдән ашыу белгескә йәмәғәт ойошмаһы сертификаттары тапшырылған.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтДокументта йәрәхәт ауырлығы буйынса ҡапланасаҡ суммалар билдәләнгән. Түләүҙәр бер тапҡыр башҡарыла. Үлем осрағы теркәлгәндә, юғалтыу кисергән ғаиләгә илле мең һум бүленә.
Һәр йәрәхәт алыу осрағы эш биреүсе тарафынан мотлаҡ тикшерелергә тейеш. Профсоюз ағзаһының эшкә яраҡһыҙлығын иҫбатлау мөһим. Программа бер нисә этапта тормошҡа ашырыла.
Сертификаттар медицина учреждениеларының административ-хужалыҡ бүлеге хеҙмәткәрҙәре, йыйыштырыусылар, водителдәргә лә тапшырыла. Быйыл йәй Өфөнөң 21-cе ҡала клиник дауаханаһы кастеляншаһы Светлана Хәлиуллина эш урынында йығылып, ҡоймос һөйәген һындыра, баш мейеһе һелкенә. Ҡатын барлыҡ документтарҙы юллап, профсоюздан 20 мең һум алыуға ирешә.
Гөлназ Хәйбуллина