Ике бала уттан иҫән ҡотолған. Бәхетһеҙ осраҡ ҡаланың Демократик урамындағы шәхси йортта теркәлгән. Унда 5 кешенән торған ғаилә йәшәүе мәғлүм. Осраҡ буйынса Рәсәй Тәфтиш комитетының Башҡортостан буйынса идаралығы енәйәт эше ҡуҙғатты. Теманы БЮТ каналы хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтИшле ғаиләне күрше-күлән тик яҡшы яҡтан ғына телгә ала. Уларға ҡарап һоҡланмаған кеше юҡ ине, ти улар. Дүрт бала тәрбиәләгән йәштәрҙең өлкән ҡыҙы быйыл Ҡазан ҡалаһына уҡырға ингән. Оҙаҡ йылдар ғаилә хыялланған йорттарын төҙөп сығып, киләсәккә яҡты маҡсаттар менән йәшәгән.
Тик хыялдар бер көндә селперәмә килә. Дүшәмбегә ҡараған төндә әсә кеше эштә була, Йортта ғаилә башлығы 14 йәштәге ҡыҙы һәм 12- 5 йәшлек ике улы менән ҡалған.
Ҡыҙ бала ут ялмап алған йорттан 12 йәшлек ҡустыһы менән бергә сыға. Кинйәләрен ярҙамға килгән күршеһе ҡотҡара. Әммә, билдәһеҙ сәбәп буйынса ғаиләнең уртансы улы урамға сығып та ҡабат утҡа инә. Һәм кире әйләнеп сыҡмай.
Тәфтиш комитеты осраҡ буйынса енәйәт эше ҡуҙғатты. Белгестәр янғын сәбәптәрен асыҡлай. Яҡынса күҙаллауҙар буйынса ут йорттоң беренсе ҡатынан башланған. Шул арала битараф булмаған күршеләр бәләгә тарыусыларға ярҙам йөҙөнән аҡса йыйыу ойошторорға теләй. Янғында ишле ғаиләнең бар мөлкәте менән бергә, бәхетле тормошо көл-күмергә әйләнә.
Азат Ғәлиуллин