Өфө районының Осоргин ауылы халҡы йорттарҙа даими ут һүнеүенә зарлана

Ут менән ҡатмарлыҡтар. Өфө районының Осоргин ауылында йәшәүселәр электр линияһындағы етешһеҙлектәрҙән көндәлек техника ватылып, йорттарҙа даими ут һүнеүенә зарлана. Ҡышҡы һыуыҡта йорттарҙы йылытыу мөмкин түгел.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Ике йыл элек  биләмәлә трансформатор яңыртылыуға ҡарамаҫтан, ут мәсьәләһе хәл ителмәгән. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ каналы хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.

Осоргин ауылында йәшәүсе Әхтәриевтар бер нисә йыл инде электр линияһындағы өҙөклөктәрҙән ыҙалай. 150 киловатт ҡеүәткә яҡтыртҡан лампалар даими һүнә. Насар эшләгән микротулҡынлы мейестең, туҡтауһыҙ  ватылған һыуытҡыс  барһы ла  ауылдаға  ут проблемаһы эҙемтәләре менән бәйле.

Электр уты мәсьәләһе – Осоргин ауылында йәшәүселәрҙе берләштергән уртаҡ мәсьәлә. Коммуналь квитанцияларҙағы сумманы тулыһынса түләп тә улар сифатлы хеҙмәт күргәнебеҙ юҡ тип зарлана. Линиялағы  проблемаларҙан көндәлек техника сыҙамай сафтан сыға. Ватылған кер йыуыу машиналары, һыуытҡыстар, аш бешереү плиталары йорт хужаларына тынғы бирмәгән күренеш.

Ҡатмарлыҡтар һыуыҡ бүлмәләр менән генә сикләнмәй. Ауылдағы өйҙәрҙең береһендә янғын сығып мөлкәт юҡҡа сығыуҙың да сәбәбе ут селтәрҙәге  ҡыҫҡа ялғанышҡа  ҡайтып ҡала тигән фекерҙәр бар.

Электр энергияһы өсөн яуаплы ойошма урындағы халыҡҡа ярҙам итеү өсөн тикшереү ойоштороу күҙаллана тип белдерҙе. Осоргин ауылы йылдам үҫешә һәм  ҡеүәт  йорттарҙы күпләп йылытыу өсөн иҫәпләнмәгән.

Беҙҙең ойошмаға дәғүә менән ике генә ғариза килде, тотош ауылда ут менән ҡатмарлыҡтар тураһында хәбәр итеүселәр булманы. Осраҡ буйынса тикшереү ойошторола, техник мөмкинлектәр тикшерелгәс ҡулланыусылар менән бәйләнешкә сығыу күҙаллана.

Сергей Волков, «Эскб» ойошмаһы етәксеһе урынбаҫары

Электр линияһындағы ҡатмарлыҡтарҙы хәл итеү өсөн ауылда тотошо селтәрҙе тулыһынса төҙөкләндереү шарт. Ҡоролмаларҙың ҡеүәтен арттырыу, хеҙмәттәрҙең сифатын яҡшыртыу өсөн ҙур суммалар талап ителә. Тикшереү һөҙөмтәләренәнән сығып ҡына артабан күҙалланған эш планы тураһында һүҙ йөрөтөү мөмкин буласаҡ.

Флорида Ким