Йәштәр йөҙҙән ашыу компетенция буйынса һөнәри оҫталығын күрһәтәсәк. Улар араһында «Янғын хәүефһеҙлеге» һәм «Ҡотҡарыу эше» йүнәлештәре лә бар. Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов төбәктең Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты һәм Өфөнөң янғын һағы идаралығы етәкселеге менән ярыш майҙансыҡтарын ҡараны.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтУларҙың береһендә автомобиль макеты ҡуйылған, мәктәп уҡыусылары, студенттар юл-транспорт ваҡиғаларында ярҙам күрһәтеү буйынса күнекмәләр ойошторҙо. Сара сиктәрендә «Ҡоҙоҡ», «Лабиринт», «Скалодром» тренажерҙары мөмкинлектәре менән дә таныштырҙылар. Әйткәндәй, WorldSkills-тың төбәк этабы 7 декабрҙән 11-нә тиклем уҙа.
Гөлназ Хәйбуллина