«Азимут» авиакомпанияһы 5 миллионынсы авиапассажирын тәбрикләне

Валентина Куркинаның  Өфө -Краснодар йүнәлешендә  һатып алған билеты юбилейлы һанға тура килгән. Ҡатын баш ҡалаға ҡунаҡҡа килгән. Бөгөн ул Краснодарға осто.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Мостай Кәрим исемендәге Өфө Халыҡ-ара аэропортында уға авиакомпания сертификат тапшырҙы. Документ ике кешегә бушлай илдең теләһә ҡайһы йүнәлешендә бер тапҡыр самолетта  бушлай барып ҡайтыу мөмкинлеге бирә. 

Башҡортостанда өләсәйемдә, туғандарымда ҡунаҡта булдым. Самолетта өс йылға бер осам, ғәҙәттә. Бүләккә биргән сертификат ярҙамында  киләһе йыл йәй  тағы ла Өфөгә килербеҙ, тип уйлайым.

Валентина Куркина, авиапассажир

Авиакомпания 2017 йылдан бирле эшләй. Самолеттар Рәсәй төбәктәренә оса.  5 миллион  пассажир 2017 йылдан бирле йыйылған. Пандемия ваҡыты пассажир ташыуға һиҙелерлек тәьҫир яһаманы, ти компания етәкселеге.

Авиакомпания рейстары  кәметелде, әммә төбәк-ара маршруттар һаҡланып килә. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә рекордлы һан яҡшы күрһәткес.

Константин Козлов, «Азимут» авиакомпанияһының ер өҫтөндә хеҙмәтләндереү директоры

Рәмилә Исмәғилева