Халыҡсан телевидениены булдырыусылар хаҡында

Башҡортостандың төп телеканалының 20 йыллығы Халыҡ-ара телевидение көнө менән тап килеүе һис кенә лә осраҡлы түгел. Бөгөн һәр икенсе кеше беҙҙең телевизион контентты ҡарай. Һуңғы мәғлүмәттәргә ҡарағанда, тотош Ер шарында Башҡортостан юлдаш телевидениеһы  40 миллиондан ашыу аудиторияға эйә.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Халыҡсан телевидениены булдырыусылар хаҡында БЮТ каналы хәбәрсеһе Гүзәл Борханова репортажы.

Телевидениены картинан тыш, айырым фразалар, хеҙмәттәштәр араһында ғына аңлайышлы ым-ишара һәм хәрәкәттәр тыуҙыра. Был кешеләр күбеһенсә кадр артында эшләй.Әммә уларҙың бер командала фиҙаҡәр эше, тамашаны арбаусы көскә эйә.

 БСТ-телеканалын ысын мәғәнәһендә халыҡсан телевидение тип атарға мөмкин. Тәүлек әйләнәһенә эшләгән каналда ике тиҫтә йыл дауамында йөҙҙән ашыу проект тормошҡа ашырылған. Бында һәр кем күңеленә яҡын тапшырыу йәки тамаша ҡарай ала. .

Башҡортостан юлдаш телевидениеһы асылғанға тиклем, башҡортса тапшырыуҙар федераль каналға инеп бәләкәй күләмдә генә күрһәтелһә, 2001 йылда  трансляциялау  18 сәғәткә тиклем еткерелә, ташырыуҙар селтәре лә арта

Бөгөн Башҡортостан юлдаш телевидениеһы -төрлө жанрҙа һәм йүнәлештәге 50-нән ашыу прорамманан тора. Документалистика, телесериалдар, тарихи-мәҙәни, танып-белеү тапшырыуҙары. Әйтәйек, иртәнге «Сәләм» программаһы күп кенә тамашасылар өсөн иртән эшкә уятыусы һәм яңы көнгә яҡшы кәйеф бүләк итеүсе ролендә.

Көндөҙгө тапшырыуҙар шәлкемендә абруйлы эксперттар һәм мөләйем алып барыусылар менән «Бәхетнамә» үҙ фекерҙәре менән уртаҡлаша. Ә кискә «Телеүҙәк»тә көн ҡаҙағындағы мәсьәләләр күтәрелә.

 «Ваҡыт ҡуласаһы» бер-нисә йыл дауамында әҙәбиәт, сәнғәт, матбуғат донъяһында яҡты эҙ ҡалдырған шәхестәр булмышы йыльяҙмаһын барлай, хистәр тулҡынында йөҙҙөрә.

 Музыкаль-шоу «Яңы моң» иһә беҙҙең телеканалда йыл башынан ғына эшләй. Яңы һәләттәр асыу, төп приз өсөн дәғүә итеүсе артистар ярышы  меңәрләгән тамашасыны йәлеп итә.

  Телевидениела тиҫтәләгән ғаилә династиялары ла һөҙөмтәле эшләй. Улар араһында 80-се йылда Мәскәү олимпиадаһын төшөргән Анатолий Семеновтың ейәне лә бар. Вадим Семенов Сочи олимпиадаһында оератор булараҡ эшләп үҙ миҫалында олатаһына лайыҡлы алмаш килеүен иҫбатланы .Билдәле тележурналист, яңылыҡтар хеҙмәте хәбәрсеһе Айтуған Минһажетдиновтың улы Сынғыҙ ҙа атаһы эшләгән редакцияла хеҙмәт юлын башлай.

Рейтингтарҙың юғары нөктәһен тура эфирҙа үткән спорт трансляциялары тәшкил итә. БСТ-ла спорт тпшырыуҙары әүҙем яҡтыртылыуына элекке генераль директор Ғәлим Яҡуповтың роле баһалап бөткөһөҙ.

Тамашасы хоккей ярата. Спорт уйындарын тура эфирҙа күрһәтеү халыҡ ихтыяжынан сығып эшләнә. Спорт бит ул ыңғай эмоциялар, ә эмоциялар булған урында – ысын телевидение.

Ғәлим Яҡупов, «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһының 2011-2017 йылдарҙағы генераль директоры

 Телеканал селтәрендә балалар өсөн тапшырыуҙар  мөһим урын алып тора. «Тамыр» балалар телеканалы 1992  йылда асыла. Ике тиҫтә йыл эсендә тиҫтәләгән федераль наградалар һәм улар араһында иң абруйлыһы «Тефи» һәм «Орфей» премиялары.

 Пандемия осоронда ла беҙҙең канал үҙ тамашасыларына тоғро ҡалып, бер генә минутҡа ла эшен туҡтатманы. Яңылыҡтар һәр ваҡыт алғы һыҙыҡта  ҡыҙыл зоналарҙа эшләне. Мәктәп уҡысыларына дистанцион белеп биреү пректтары ла уңыш ҡаҙанды. Донъя,ил күләмендәге мөһим мәҙәни һәм ижтимағи сараларҙың тап беҙҙең каналда ойошторолоуы ла оло мәртәбә.

Башҡортостан юлдаш телевидениеһы хеҙмәткәрҙәрен ысын күңелдән ҡотлайым. Йәш телеканал, әммә йөкмәткеһе бай һәм техник йәһәтән яҡшы йыһазландырылған. Артабан да уңыштар теләйем.

Эдуард Сагалаев, Телевидение һәм радио эшмәкәрҙәре милли ассоциацияһы президенты

 Бөгөн онлайн форматта беҙҙе ҡараусыларҙы иҫәпкә алмағанда, Башҡортостан юлдаш телеканалы аудиторияһы 6 миллиондан ашыу кеше тәшкил итә.

Донъялағы иң яҡшы һәм эшлекле канал менән бергә биш йыл эшләйем. Беҙ уйлап сығарабыҙ, бәхәсләшәбеҙ, асыуланышабыҙ, әммә тиҙ дуҫлашабыҙ. Сөнки беҙ күмәк көс менән сифатоы телевизион продукт етештерәбеҙ.

 Рөстәм Зарафетдинов, «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһы генераль директоры

Телеканалдың төп маҡсаты-тамашасы иғтибарын йәлеп итеү. Был йәһәттән Башҡортостан юлдаш телевидениеһы ике тиҫтә йыл дауамында төбәктәр араһында алдынғы урынды биләй.

Башҡортостан «Юлдаш» телевидениеһы ике тиҫтә йыл дауамында республика һәм донъяның төрлө тарафтарында йәшәгән тамашасыларыбыҙ менән бергә атлай. Артабан да беҙҙең алда ижтимағи-сәйәсм, мәҙәни-рухи, социаль мәсьәләләрҙе ҡыйыу күтәреү, халыҡ ихтыяжын яҡтыртыуҙа ҙур һәм мөһим эштәр тора.

Гүзәл Борханова