Благоварҙа ғәҙәттән тыш хәл тәртибе ғәмәлдә ҡала. Бындай режим ҡош киҙеүе таралыу сәбәпле индерелгәйне. Районда йорт ҡоштары юҡ ителә, сирҙе башҡа төбәктәргә таратмау сараһы күрелә. Беҙҙең радиоға биргән интервьюһында Ветеринария идаралығы бүлек етәксеһе Ленар Йыһаншин шулай тип белдерҙе.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтҒәҙәттән тыш хәл тәртибенә бәйле районда сикләүҙәр бар. Ленар Йыһаншин дауам итә.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтҺуңғы арала ҡош киҙеүе Силәбе, Ырымбур, Һарытау, Свердловск, Һамар өлкәләрендә һәм Удмурт республикаһында теркәлгән. Ҡоштарҙа сир билдәһе күҙәтелгәндә белгестәргә мөрәжәғәт итеү мөһим. Республика Ветеринария идаралығында “ҡыҙыу бәйләнеш” булдырылған. Элемтә телефоны: 8-800-77-55-828.