Башҡортостанда намыҫһыҙ ойошмаларҙан зыян күргән меңдән ашыу кеше бер миллиард һумға яҡын аҡса алған

Хөкүмәттә уҙған оператив кәңәшмәлә “алданған өлөшсөләр” мәсьәләһе ҡаралды. Республика көсө менән 18 объект төҙөлә, уларҙың туғыҙы быйыл файҙаланыуға тапшырыла, тине Төҙөлөш һәм архитектура министры урынбаҫары Артем Ковшов.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Киләһе йылға “Госстрой”, “Белая река”, “Капитал хаус” һәм “Эрмитаж” торлаҡ комплекстарының проблемалы йорттарын төҙөп бөтөү ҡарала. “Башҡортостан сәскәләре” торлаҡ комплексында “Башстройкомплект” ойошмаһы урынына башҡа компания һайлана.