Ишембай районы Этҡол һәм Аҙнай ауылдарындағы йорттар "зәңгәр яғыулыҡ"ҡа тоташтырыла. Биләмәлә газ үткәреү тамамланып килә. “Газ – донъя көтөүҙе еңеләйтә. Йәшәү шарттары яҡшыра, ҡул көсө менән эшләнгән эштәр кәмей”, - ти Аҙнайҙа йәшәгән Йәмилә Усманова.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтЙыл аҙағына тиклем райондың Этҡол халҡы ла зәңгәр яғыулыҡлы була. Урамдарға инженер коммуникациялары һуҙыла. Этҡол ауыл биләмәһе башлығы Илгизәр Иҡсанов әйтеүенсә, халыҡтың күптәнге хыялы тормошҡа аша.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтИшембай районының Арлар ауылында ла яҡшы яңылыҡ бар. Унда үҙәкләштерелгән һыу менән тәьмин итеү системаһы булдырылған. Быға тиклем халыҡ һыуҙы ҡойонан һәм йылғанан ташыған. Һыу үткәргес селтәрҙәр республика социаль маҡсатлы программалар фонды ярҙамында төҙөлгән.