Республика дауаханаларында коронавирус сирлеләр кәмей

Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, әле стационарҙа  545 пациент дауалана, уларҙың 77-һе ашыуы ауыр хәлдә, һигеҙе тын юлдарын яһалма елләтеү ҡоролмаһына тоташтырылған. Үткән тәүлектә коронавирустан 37 кешенең ғүмере өҙөлгән, сирлеләр исемлегенә 673 кеше өҫтәлгән. Пандемия башланғандан алып, 102 меңгә яҡын кешегә “ковид-19” диагнозы ҡуйылған. Вафат булыусыларҙың дөйөм  һаны 3 мең ярымға яҡынлаша. Халыҡты вакциналау планы әлегә 66 процентҡа үтәлгән. Республикала прививканың ике компонентын да  1 миллион 634 мең кеше эшләткән.