Ишембай районы Арлар ауылында үҙәкләштерелгән һыу менән тәьмин итеү системаһы булдырылды

Быға тиклем урындағы халыҡҡа ҡойонан һыу алырға, йә Шиҙе йылғаһына йөрөргә тура килгән. Этҡол менән Аҙнай ауылдарында йәшәүселәр иһә быйылғы ҡышты зәңгәр яғыулыҡлы йортта ҡаршылаясаҡ. Биләмәлә газ үткәреү эштәре тамамланыу алдында. Райондағы күләмле төҙөлөш эштәре менән БЮТ каналы хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина таныштыра.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Ишембай районы Аҙнай ауылынан Усмановтар ғаиләһе урамдарына газ торбаһы һалыныу менән, тәүгеләрҙән булып йорттарына зәңгәр яғыулыҡ индергән. «Йәшәү шарттары күпкә яҡшырҙы, һаман ышана алмайбыҙ,» - тип һөйөнә хужабикә. Ниһайәт, ҡышҡы миҙгелдә һыуыҡ стеналар, көн һайын мейес яғып өйҙө йылытыу тураһында оноторға мөмкин.

Аҙнайҙа йорттарҙы газға тоташтырыу эштәре дауам итә. Шулай уҡ Яңы йылға тиклем күрше Этҡол ауылында йәшәүселәр ҙә зәңгәр яғыулыҡлы буласаҡ. Әле Дуҫлыҡ, Йәшел урамдарында инженер коммуникациялар һуҙыуға ҡеүәтле техника ярҙамында ер ҡаҙыу эштәре ойошторолған.

Быйыл Ишембай районы Арлар ауылында үҙәкләштерелгән һыу менән тәьминәт системаһы төҙөлөшө тамамланған. Биләмәлә һикһән йорт иҫәпләнә, әлегә егерме милексе өйҙәренә һыу үткәргән. Зәлиә Зәйнетдинова крандан аҡҡан һыуҙы ҙур байлыҡҡа тиңләй. Хәҙер Шиҙе йылғаһына барып, көйәнтәләп һыу ташырға кәрәкмәй

Һыу үткәргес селтәрҙәр Республиканың социаль маҡсатлы программалар фонды ярҙамында төҙөлгән. Әлегә Арларҙан бер саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан Һайран ауылында янғын һүндереү часы өсөн гидранттар ҡуйыла. Бүлексәнең өҙлөкһөҙ рәүештә һыу менән тәьмин ителеүе тактик уҡыуҙарҙы урында уҡ ойоштороу мөмкинлеге бирәсәк. Утҡа ҡаршы көрәштә лә техник көстәр арта.

Гөлназ Хәйбуллина