Һуңғы тәүлектә ауырыуҙың 670-тән ашыу яңы осрағы асыҡланған. Пандемия башланғандан алып, дөйөм күрһәткес 100 меңде үтеп китте. Стационарҙарҙа әле 545 пациент дауалана, уларҙың 77-һе ауыр хәлдә. 8 кеше тын юлдарын яһалма елләтеү ҡоролмаларында.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтБер тәүлек эсендә коронавирус йәнә 37 замандашыбыҙҙың ғүмерен ҡыйҙы, үлем осраҡтарының дөйөм һаны әкренләп 3 мең ярымға яҡынлай.
Коллектив иммунитет булдырыу өсөн әлегә прививка эшләтергә тейешле халыҡтың яҡынса 65 проценты вакцина ҡаҙатҡан. Теүәл һандар менән әйткәндә, препараттың ике компонентын да эшләтеүселәр миллион 600 меңде ашып китте. Һуңғы тәүлектә вакциналаныусылар һаны 30 мең ярымдан саҡ ҡына күберәк. Башҡортостанға барлығы 2 миллион ярым доза самаһы вакцина килтерелгән.