Барыһы ла яратҡан байрамға айҙан ашыу ваҡыт булһа ла республика майҙандарына шыршы ҡуйыу эштәре күптән бара.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтКушнаренконың үҙәк ял итеү паркында байрам атмосфераһы булдырыла. Боҙ ҡаласығы эшләнәсәк майҙанда 17 метрлыҡ Яңы йыл байрамының төп символы ҡуйылды. Яҡын арала уны биҙәү, диодлы иллюминацияларҙы тоташтырыу эштәре башланасаҡ. Бынан тыш, ҡупшыҡайҙар Кушнаренко ауылы микрорайондарында һәм Тарабирҙе ауылы майҙанына ҡуйыла.
Баш ҡаланың Совет майҙанында Благовещен урманынан килтерелгән шыршы ҡуйылды. Ҡупшыҡайҙың бейеклеге 23 метр. Совет майҙанында Яңы йыл шыршыһы биш йыл дауам иткән тәнәфестән һуң, өсөнсө тапҡыр ҡуйыла. Быйыл майҙанда төҙөкләндереү эштәре башҡарылыуға бәйле, ауыр конструкциялы пиксель шыршы урынына урманда үҫкәнен ҡуйырға ҡарар ителгән. Артабан майҙанды биҙәү, боҙ һындар һәм һырғалаҡтар эшләү башлана. Быйыл Башҡортостанда барлығы 2 291 яңы йыл шыршыһы ҡуйыу ҡарала.