Башҡортостанда «Гарри Поттер» фильмы стилендә биҙәлгән поезд йөрөй башланы

 Тылсымлы Хогвартсҡа сәйәхәтте хәтерләткән экспресс Стәрлетамаҡтан Аҡ Күл станцияһына тиклем бара.  Фантастик поезда пассажирҙарҙан башҡа  билдәле фильмдың персонаждарын да осратырға мөмкин.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Малай-ҡыҙҙарға Гарри Поттер таҫмаһында кеүек үк Хогвартстан хаттар һәм тылсымлы таяҡтар таратылды. Ике сәғәтлек юлға иҫәпләнгән поезд киләһе  маршрут менән юлға 28 ноябрҙә сыға тип көтөлә.

Стәрлетамаҡтан Аҡ Күлгә йөрөгән поезд тимер юл хәрәкәтенең төп маршрутына индерелмәгән - был өҫтәмә маршрут. Яңы экспресс пассажирҙарҙы йәлеп итергә, ошо йүнәлештә поездар һанын үҫтерергә булышлыҡ итәсәк.

Олег Черноокий, Башҡортостан ҡала яны пассажирҙар компанияһы генераль директорының беренсе урынбаҫары