Республикала айырым тармаҡта эшләүселәр коронавирустан мотлаҡ вакцина яһатырға тейеш

Баш санитар табиптың ошондай күрһәтмәһе бар. Коллектив иммунитет булдырыу өсөн ойошма һәм предприятие хеҙмәткәрҙәренең 80 проценты иммунизация үтергә бурыслы. Был исемлеккә Һаулыҡ һаҡлау, мәғариф өлкәһе хеҙмәткәрҙәре, хоҡуҡ һаҡсылары, хеҙмәтләндереү күрһәтеүселәр, финанс һәм почта элемтәһе хеҙмәткәрҙәре инә.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Шулай уҡ талап ирекмәндәргә, вахта ысулы менән эшләүселәргә, хәрби хеҙмәткә саҡырылыусыларға ла ҡағыла. Вакцинаның беренсе компонентын 18 декабргә тиклем ҡаҙатыу мотлаҡ.

Рафиҡ Әхмәтшин