Ауыр осорҙа алғы һыҙыҡта. Өфө ҡалаһының 22-се ашығыс медицина ярҙамы дауаханаһы ғәҙәти режимда эшләй башланы. Быға тиклем ике ай буйы клиникала ковид-госпиталь урынлашты.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтВаҡытлыса инфекционист булып кеше ғүмерҙәре өсөн көрәшкән табиптар үҙҙәренең йүнәлеше буйынса пациенттарын ҡабул итә. Улар менән БЮТ каналы хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева аралашты.
Баланың табип бүлмәһендә йылмайыулы ҡарашы, тыныс ҡына ултырыуы үҙе бер бәхет. Сөнки быға тиклем Наталья Владимировнаға ковид менән сирләгән кескәйҙәрҙе дауаларға тура килгән. Бөгөндән дауахана ғәҙәти режимда эшләй. 22 сентябрҙән 22 ноябргәсә ашығыс медицина ярҙамы дауаханаһы ковид-госпиталь булараҡ ауыр сирлеләрҙе ҡабул иткән. Бер айлыҡ балаларҙан алып 18 йәшкәсә йоғошло сир менән эләккәндәрҙе Наталья Сәмиғуллина етәкләгән бүлек дауалаған.
Балалар табибының кисә генә үҙенең тыуған көнө булған, эш өҫтәле сәскәләргә күмелгән. Хеҙмәттәштәренән һәм әлбиттә һауығып сыҡҡан рәхмәтле пациенттарҙан.
Тәүҙәрәк коронавирус менән балалар ауырымай, тигән ҡараш йәшәп килһә, мәкерле сир уларҙы ла аяманы. 22-се дауаханалағы бүлек 4-се йоғошло ауырыуҙар клиник дауаханаһына ярҙам рәүешендә асылған. Ике ай эсендә бында 222 сабый сиргә ҡаршы көрәшкән. Ҡатмарлы сирҙән интеккән сабыйҙар тураһында хәҙер улар ҡалдырған һүрәттәр хәтерләтә. Малай-ҡыҙҙар рәсемдәрҙә яңы ауырыуҙы нисек күҙ алдына килтерә, шулай төшөргән.
Лилиә Әнүәр ҡыҙы утыҙ йылға яҡын ҡатын-ҡыҙҙар һаулығы һағында. Коронавирус менән сирләүселәрҙе дауаларға кәрәклеген белгәс тә ике уйлап тормаған. Сирле дауаханан сыҡҡас та уның яҙмышы менән ҡыҙыҡһынып тора. Сөнки, һөнәре буйынса шулай күнеккән. Коронавирус менән көрәшеп түшәккә ятҡан ауырыу ҡатындың өйөнә ҡайтып донъя көтә башлауы тураһындағы хәбәрҙе ишетеп бөтә бүлек менән шатландыҡ ти ул.
Әлегә гинекология бүлеге палаталары буш. Был аҙнанан дауаханала план буйынса уҙғарылған дауалау эштәре тергеҙелә.
Дауахананың хирургия корпусында 8-се ҡатта урынлашҡан 480 койкалыҡ госспиталдә 2 066 кеше сирҙән дауаланған. Һуңғы пациент үткән йома сыҡҡан. Унан һуң корпусты дезинфекциялау эштәре үткәрелгән.
Рәмилә Исмәғилева