Иглин районында ҡаҙ өмәһе байрамы уҙҙы

Пандемияла ҡаҙ өмәһе. Халҡыбыҙ элек-электән миҙгел эштәрен күмәкләп башҡарырға күнеккән. Шуларҙың береһе ер-һыу туңа башлағас башҡарыла. Хужалар йәй дауамында үҫтергән ҡош-ҡортто эшкәртә. Әммә әлеге шарттарҙа өмәгә күпләп халыҡ йәлеп итеү өсөн мөмкинлек юҡ. Шулай ҙа был йолаларҙы үтәүгә  ҡамасауламай. Иглин районында ҡаҙ өмәһе байрамында был асыҡ сағылыш тапты.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Иглин районы Турбаҫлы, Аҡбирҙе, Меңетәр, Түбәнге Ләмәҙ ауылдары элек-электән ҡаҙлы төбәк булараҡ танылған. Урындағы халыҡ йәй дауамында ҡош-ҡорт үрсетә. Ҡышҡы һалҡын көндәрҙә хеҙмәттәренең мәнфәғәтен күрә. Был юлы ҡаҙ өмәһе Ҡарамалы ауылында ойошторолдо.

Ҡаҙ өмәһе Шакировтар ихатаһында уҙҙы. Коронавирус пандемияһына бәйле ауылдаштарҙы саҡырыу мөмкинлеге булманы.Әммә байрам  йолаларҙы иҫәпкә алып ойошторолдо.Хужаларға ҡаҙ мамығын йолҡошорға «Хәтирә» фольклор ансамбле ағзалары ярҙам итте.

Көн дауамында Шакировтар ихатаһынан халыҡ моңдары ағылды. Йәй дауамында тырышып үҫтергән ҡаҙҙарҙы эшкәртергә ярҙам итеүселәр хужаларға сәләмәтлек һәм  муллыҡ теләне.

Йорт хужаһы Азамат Шакировҡа ла йәй дауамында бәпкә көтөргә тура килгән. Бөгөн уның иңендә көс һалып үҫтерелгән ҡош-ҡортто ҡышҡылыҡҡа яҡшылап эшкәртеү.

Ҡаҙ түшкәләрен көйәнтәгә элеп ҡыҙҙар йылға буйына төшә. Әҙер итте һалҡын һыуҙа сайҡау электән килгән эш тәртибе. Һыуыҡта майлы ҡаҙ түшкәһе йоҡа боҙ ҡатламы менән ҡапланырға тейеш.  Ул арала өмәлә ҡатнашыусылар  боронғо йырҙарҙы башҡара, халыҡ уйындарында ҡатнаша.

Ҡаҙ өмәләре тамамланыуға, Башҡортостанда һуғым осорона ла әҙерлек башлана. Ҡар ҡатламы ергә ныҡлап ятып, тотороҡло һалҡын көндәр урынлашыу менән ауыл халҡы эре баш малды эшкәртеүгә тотона.

Рафиҡ Әхмәтшин