«Чиновник һөнәрен алмаштыра» проекты дауам итә

Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы тарафынан ул һигеҙ йыл элек үткәрелә башлағайны. Ошо ваҡыт эсендә эшсе костюмын республиканың төрлө ведомство етәкселәре, депутаттар кейеп ҡараны.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Төбәктең урман хужалығы министрлығының мәғлүмәт-аналитика һәм ойоштороу эше бүлеге етәксеһе Айрат Искәндәров та акцияға ҡушылып, икмәк бешереүсе һөнәрен үҙләштерҙе. Эшсе һөнәрҙәрҙе популярлаштырыуға йүнәлтелгән проект менән БЮТ каналы хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина таныштыра.

Дәүләт хеҙмәткәре бер көнгә алъяпҡыс һәм ҡалпаҡ кейҙе. Икмәк бешереү цехына эләгеү менән Айрат Искәндәров бала сағына ҡайтҡандай булды. Өләсәһенең он иләп, ҡамыр баҫыуҙарын ул һәр ваҡыт яратып күҙәткән, ярҙамһыҙ ҙа ҡалдырмаған. Шуға күрә ризыҡты әҙерләүҙә оҫталығы бар.

«Чиновник һөнәрен алмаштыра» проектына ҡушылып, үҙеңде икенсе йүнәлештә һынап ҡарау яуаплы бурыс.  Шулай ҙа көндәлек тормошта төбәктең урман хужалығы министрлығы эшмәкәрлеген яҡтыртҡан белгес өсөн яңы һөнәрҙе үҙләштереү ауырға төшмәне. Цехта эш тәүлек әйләнәһенә ҡайнай, тәжрибәле коллектив көсө менән икмәктәр ҙә уңып бешә.

Мейескә ҡуйылған икмәк бешкәнсе Айрат Искәндәров туҡмасын да киҫте, билмәнен дә әүәләне. Цех хеҙмәткәрҙәре билдәләүенсә, көслө заттар әҙерләгән ризыҡ күпкә тәмлерәк, ҡәҙерлерәк тә.

«Чиновник һөнәрен алмаштыра» проектын ойоштороусы булараҡ Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы сығыш яһай. Штукатур, маляр, слесарь, төҙөүсе - эшсе һөнәрҙәрҙе популярлаштырыуҙа ике тиҫтәнән ашыу дәүләт хеҙмәткәре, шул иҫәптән төрлө ведомство етәкселәре ҡатнашып өлгөргән.

Бөгөн республикала эшсе һөнәр эйәләренә ихтыяж юғары. Шуға мәктәп эскәмйәһенән үк профориентация эше алып барырға кәрәк. Күләмле проект аша иһә хеҙмәт кешеһенә ихтирам күрһәтелә. 

Гөлназ Хәйбуллина