“Аҡыллы транспорт” тигән программала реаль ваҡыт режимында “Башавтотранс” автобустары, шәхси пассажир ташыусылар, шулай уҡ троллейбус һәм трамвай йөрөшө күрһәтелә. Бында һауа торошо, йәмәғәт транспортының дәүләт номеры, инвалидтар өсөн тәғәйенле булыуын да күрергә мөмкин. Мобиль ҡушымта Android һәм IOS системаһы менән ҡулланыусылар өсөн берҙәй уңайлы эшләнгән.