Өфөнөң Көньяҡ биҫтәһендәге яңы паркка халыҡ шағиры Рауил Бикбаевтың исемен биреү тәҡдим ителә. Башҡортостан парламентындағы эксперттар советы уны хуплаған. “Рауил Бикбаев уҡыусыларға бай әҙәби мираҫ ҡалдырҙы. Ул 2008 йылда Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты булды. Уның әҫәрҙәрен танытыу һәм исемен мәңгеләштереү -мөһим эш”, тип белдергән парламент рәйесе Константин Толкачев. Беҙҙең арала булһа шағирға быйыл 12 декабрҙә 83 йәш тулыр ине.