"Чиновник һөнәрен алмаштыра" проектының яңы этабы башланды

Республика Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы бер нисә йыл элек ошондай акция башланы. Башҡортостандың төрлө ведомство башлыҡтары эшсе кейемен яратып ҡараны. Урман хужалығы министрлығының мәғлүмәт-аналитика һәм ойоштороу эше бүлеге етәксеһе Айрат Искәндәров та акцияға ҡушылды. Ул икмәк бешереүсе һөнәрен үҙләштерҙе. “Проект хеҙмәт кешеһенә ихтирамды күрһәтә. Эшсе һөнәрҙәрҙе таныта”, - ти Айрат Искәндәров.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

     Бөгөн республикала эшсе һөнәрҙәргә ихтыяж юғары. Белгестәр мәктәптә үк ошо йүнәлеш буйынса әүҙем эш алып барырға кәрәк, тип иҫәпләй. Башҡортостанда VII "Йәш һөнәрмәндәр" төбәк этабы үтә. Ул  7 декабрҙә башлана. Йәштәр йөҙҙән ашыу компетенция буйынса оҫталығын күрһәтә.