Стәрлетамаҡ 11 милли проектта ҡатнаша

Ҡалала “Демография” проекты буйынса өс балалар баҡсаһы төҙөлгән. Улар 440 урынға иҫәпләнә. Стәрлетамаҡта үткән күсмә кәңәшмәлә премьер-министр урынбаҫары Илшат Тажетдинов һаулыҡ һаҡлау учреждениеларына 150 берәмек ҡоролма тапшырылыуы тураһында белдерҙе. 1-се ҡала клиник дауаханаһы нигеҙендә амбулатор онкология ярҙамы үҙәге асылған. Балалар өсөн технопарк, һанлы белем биреү үҙәге булдырылған. Йыл аҙағына тиклем 1-се Балалар музыка мәктәбендә төҙөлөш-монтаж эштәрен тамамлау, Стәрле йылғаһы ярын тәртипкә килтереү бурысы тора.