Уҙған төндә Башҡортостандың Юғары суды рәйесе Земфира Латипованың йөрәге тибеүҙән туҡтаны

Ул 66 йәшен тултырғайны. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы хәбәр итеүенсә, Земфира Үзбәк ҡыҙының үлем сәбәбе коронавирустың ауыр эҙемтәләре менән бәйле. Ул бер айҙан ашыу мәкерле сир менән көрәште.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Башҡортостандың Юғары суды рәйесе итеп Земфира Латипова 2019 йылдың апрелендә Рәсәй президенты указы нигеҙендә тәғәйенләнде. Суд системаһында ул 1982 йылдан бирле эшләй. 1988 йылдан Башҡортостандың юғары суды судьяһы, 2009 йылда ул юғары суд рәйесе урынбаҫары итеп тәғәйенләнә.

Енәйәт эштәрен ҡарау тап Земфира Латипованың күҙәтеүендә була. 2018 йылда Юғары Суд рәйесе Михаил Тарасенко башҡа вазифаға күсеү сәбәпле, уға Юғары суд рәйесе вазифаһын ваҡытлыса башҡарыу вәкәләттәре йөкмәтелә.