Республика үҫеш корпорацияһы төбәккә эре инвесторҙар йәлеп итеү менән бер рәттән, урындағы эшҡыуарҙар өсөн әҙер проекттар тәҡдим итә. Быйыл корпорация бизнесмендар өсөн 28 кейс булдырған, тағы 30 проект әҙерлек өҫтөндә. Улар араһында Александр Семак исемендәге боҙ комплексын айырым билдәләп үтергә мөмкин. Үҫеш корпорацияһының генерал директоры Наил Ғәббәсов һөйләй.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтНаил Ғәббәсов билдәләүенсә, сәнәғәт, юл буйы сервисы һәм ауыл хужалығы өҫтөнлөклө өлкәләр һанала. Был тармаҡтарға дәүләт тарафынан ярҙам булыуы менән аңлатыла. Инвесторҙар һәр яҡлап Корпорацияға мөрәжәғәт итә ала.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтЯңы предприятиелар асыу социаль яҡтан ҙур әһәмиәткә эйә. Мәҫәлән, Корпорация резиденттарының береһе 800 вакансия әҙерләй, 1500 кеше өсөн эш урыны булдырыла.