Стәрлетамаҡтың социаль-иҡтисади үҫеше БР Хөкүмәтенең күсмә ултырышында тикшерелде

Стәрлетамаҡ республикалағы иң ҙур ҡалаларҙың береһе, төбәк күп йүнәлештәр буйынса алдынғылыҡты бирмәй. Әле урында 11 милли проект тормошҡа ашырыла. Милли проекттар буйынса 3 балалар баҡсаһы сафҡа индерелгән, һаулыҡ һаҡлау учреждениеларына 150 заманса медицина ҡоролмаһы алынған, балалар технопаркы һәм айти клуб эшләй башлаған.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Йыл аҙағына тиклем Стәрле йылғаһының ярын тәртипкә килтереү, 1-се балалар музыка мәктәбен реконструкциялауҙы тамамлау бурысы тора. Әммә торлаҡ төҙөлөшө менән бәйле мәсьәләләр бар. Был һорау төҙөлөш ойошмалары ассоциацияларының Стәрлетамаҡта үткән күсмә ултыршына ла сығарылды.

Хәҙерге ваҡытта ҡалала 280 мең кеше йәшәй. Һуңғы 9 айҙа бөтәһе 30 мең квадрат метрҙан ашыу торлаҡ файҙаланыуға тапшырылған. Тик ихтыяжды ҡаплау өсөн был күләм генә аҙ. Төҙөлөштө тотҡарлаған төп проблемаларҙың береһе инфраструктуралы ер участкаларының етешмәүе менән бәйле. Бынан тыш, ҡала авария хәлендәге торлаҡтан күсереү программаһына ла инмәгән, был да үҙ сиратында яңы объекттар төҙөү күрһәткесен кәметә.

Стәрлетамаҡ торлаҡ төҙөлөш буйынса элек республикала 4 урында торһа, хәҙер 12-се баҫҡысҡа төшкән. Һөҙөмтәлә торлаҡҡа булған ихтыяж тулыһыса ҡапланмай. Проблеманы бергәләп хәл итеү талап ителә. Ҡала ҡеүәтле индустриаль үҙәк булып тора, күп позициялар буйынса лидерлыҡты биләй. Урындағы үҙидара органдарының эш һөҙөмтәһен баһалау буйынса федераль комиссия һуңғы ике йылда республиканың 8 ҡала округы араһында Стәрлетамаҡтоың эш тәжрибәһен иң уңышлыһы тип тапҡан.

Андрей Назаров, Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры

Рәмзиә Кәримова