Уҙған тәүлектә ауырыуҙың йәнә 674 яңы осрағы асыҡланған. Пандемия башланған көндән раҫланған коронавирус диагнозы 100 меңде ашып китте. Стационарҙа әле 500-ҙән ашыу пациент дауалана, уларҙың 100-гә яҡыны ауыр хәлдә 8 кеше тын юлдарын яһалма елләтеү ҡоролмаһында. Уҙған тәүлектә коронавирус 31 кешенең ғүмерен өҙгән, үлем күрһәткесе әкренләп 3 мең ярымға яҡынлай.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтВакцинаның ике компонентын да прививка эшләтергә тейешле халыҡтың 66 проценты ҡаҙатҡан. Теүәл һандар менән әйткәндә, был 1 миллион 600 меңдән ашыу. Һуңғы тәүлектә вакциналаныусылар һаны яҡынса 30 меңгә артты. Башҡортостанға 2 миллион 500 мең самаһы вакцина килтерелгән.