Алтын скальпель тәжрибәле хирург Илдар Сәлимгәрәевта

Сираттағы алтын скальпель быйыл Ғүмәр Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһы хирургы Илдар Сәлимгәрәевҡа тапшырылды. Тәүлек әйләнәһенә меңәрләгән пациенттың ғүмерен ҡотҡарыусылар тураһында тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ каналы хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Операция өҫтәленә эләккән пациенттың ғүмерен ҡотҡарыусы табиптарҙың награда йәки маҡтаулы исемдәр тураһында һөйләшергә ваҡыты булмаһа ла юғары баһа уларҙың үҙҙәрен таба. Йылдағыса тапшырылған алтын скальпелға быйыл Ғүмәр Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһының хирургия бүлеге мөдире Илдар Сәлимәгәрәев лайыҡ булды. Табип алыҫ райондан санавиация менән килтерелгән үлем хәлендәге пациенттың бауырына операция эшләп уның ғүмерен ҡотҡарған.

Меңәрләгән операция эшләһәм дә  һәр осраҡ үҙенсәлекле, бөтә төр  әмәлиәтте лә тәжрибәмә таянып , яуаплылыҡ тойоп  үтәйем. Хирургтың уңышы - кемдеңдер ғүмере. Кеше ғүмере һинең ҡулыңда булғанда, юғары көстәрҙән ярҙам һорап үҙ эшемде йөрәгемде һалып башҡарам.

Илдар Сәлимгәрәев, профессор, Ғ. Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһының хирургия бүлеге мөдире

Ҡатмарлы әмәлиәт – шәхси награда түгел, дөйөм коллективтың тырышлығы ти, Илдар Зөлфәр улы. Медицина күҙлегенән ауыр операцияны хирургҡа яңғыҙ үткәреү мөмкин түгел. Анестезиолог-реанимотолог, шәфҡәт туташы һәм башҡа ярҙамсылар менән берлектә генә әмәлиәттең уңышлы тамамланыуына өмөт итергә була.

Башҡортостанда Алтын скальпелдең иң тәүге эйәһе – Мәжит Нартайлаҡов.1997 йылда юғары награда хирургҡа бөйөр күсереп ултыртҡаны өсөн бүләк ителгән. Маҡтаулы исемгә өс тапҡыр лайыҡ булған табип бөгөн үҙенең уҡыусыһының алтын скальпелле булыуы өсөн ҡыуанды.

Хирургтар көнө уңайынан операция яһаусы белгестәрҙән тыш ковид госпиталь белгестәре бүләкләнде. Шулай уҡ медицина өлкәһендә фәнни монография, уҡыу-уҡытыу китаптары авторҙары иғтибар үҙәгендә булды. Республикала хирургия өлкәһендәге юғары награда 24-се тапҡыр тапшырылды.

Флорида Ким