Билдәле йырсы Диана Гурцкая Өфө һуҡырҙарының мәнфәғәтен яҡлап генераль прокуратураға һәм Бөтә Рәсәй һуҡырҙар йәмғиәтенә мөрәжәғәт итте. Күреү һәләте сикләнгәндәрҙең проблемаһын беҙҙең канал яҡтыртҡайны. Асыҡланыуынса инвалидтар эшләгән предприятиены һатыуға сығарыла.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтЗавод етәкселеге һуҡырҙар урамда тороп ҡалмапясаҡ, ти вәғәҙәләй. Ләкин был һүҙҙә генә. Хеҙмәткәрҙәр берҙән-бер килем сығанағынан ҡолаҡ ҡағыуҙан ҡурҡа.
Бөгөн күреү һәләте сикләнгән хеҙмәткәрҙәрҙең пландан тыш ял көнө. Предприятие эшселәре Мәскәү комиссияһын көтә. Йәнәһе лә, ил баш ҡалаһы ҡунаҡтары Өфө һуҡырҙарының проблемаһын хәл итәсәк. Кире сораҡта бар эшселәр урамда тороп ҡаласаҡ.
Мәскәү ҡунаҡтары иһә был хәлгә юл ҡуймаҫҡа вәғәҙәләй. Хатта, завод ябыла тигән хәбәрҙең ҡайҙан барлыҡҡа килеүен дә аңламай.
Ә бит урындағы етәкселек журналистарға предприятиеның һатыласағын хәбәр иткәйне. Йәнәһе лә, завод Стәрлетамаҡтағы кеүек үк ябыла, ә хеҙмәткәрҙәр урамда тороп ҡаласаҡ. Мәсьәлә адвокат Булат Сафин ярҙамында резонанс тыуҙырҙы. Хәҙер был проблема менән прокуратура шөғөлләнә. Республиканың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы ла предприятие етәкселеге менән осрашты.
«Белавтодеталь» заводы филиалында килеп тыуған мәсьәлә тотош системала проблема барлығын асыҡланы. Ленара Иванова әйтеүенсә, оҙаҡламай сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министрлығы менән осрашып барлыҡ инвалидтар эшләгән предприятиеларҙы ла модернизациялау, сеймал , заказдар менән тәьмин итеү мәсьәләһе ҡараласаҡ.
Айнур Кәбиров