Тоннелде асыу тантанаһында Республика хөкүмәте премьер-министры Андрей Назаров, баш ҡала мэры Сергей Греков һәм юлдар, яһалма ҡоролмалар төҙөү һәм ремонтлау идаралығы етәксеһе Константин Паппе ҡатнашты.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтОҙонлоғо 110 метрға еткән үткәүел видеокүҙәтеү, хәрәкәт датчиктары нигеҙендә эшләүсе яҡтыртҡыстар, аҙ мобилле граждандар өсөн пандустар менән йыһазландырылған. Объекттың өсөнсө сығыу урыны Ағиҙел ярына сығыу өсөн иҫәпләнгән.
Дуҫлыҡ Монументы майҙанында боронғо хайуандар һөйәктәре табылыу сәбәпле, төҙөлөш эштәре ярты йылға туҡтатылғайны. Транспорт хәрәкәте көсөргәнешле булған юл участкаһындағы үткәүелде граждандар көтөп алған. Ниһайәт, хәҙер йәйәүлеләр һәм велосипедсылар конструкция менән хәүефлек өсөн борсолмай файҙалана ала.