Башҡортостандың Үҫеш корпорацияһы ярҙамында 85 миллиард һум инвестиция йәлеп ителгән

Был турала бөгөн ведомство етәксеһе Наил Ғәббәсов белдерҙе. Эш башлаған предприятие-ойошмаларҙан тыш, тағы ла 91 инвестиция проектын йәлеп итеү буйынса әҙерлек бара. Улар ярҙамында 6 мең тирәһе эш урыны асырға мөмкин. Инвесторҙарҙы Башҡортостанға килтереү буйынса төрлө алымдар ҡулланыла.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Мәҫәлән, айырым иҡтисади зоналар, йылдам үҫеш биләмәләре булдырыла. «Алға» зонаһында ғына 10 резидент эш башлай, улар һалған аҡса күләме 23 миллиард һум тирәһе. Был предприятиелар уңышлы эшләп китһен һәм эшмәкәрлеген ныҡлап йәйелдерһен өсөн  дәүләт ярҙамы күрһәтелә.

Үҫеш Корпорацияһы Республиканың инвесторҙар йәлеп итеү күрһәткесен арттырыу йәһәтенән маҡсатлы эш алып бара. Проекттарҙы тормошҡа ашырғанда бар этаптарҙы ла контролдә тотабыҙ. Әлеге ваҡытта Өфөлә күп функциялы спорт-белем биреү комплексын төҙөү буйынса инвестиция проекты әҙерләйбеҙ. Уның хаҡы 3 миллиард һум, йәмғеһе 40 кешегә эш урыны асыла.

Наил Ғәббәсов, Башҡортостандың үҫеш корпорацияһы генераль директоры

Рәмзиә Кәримова