Был проект Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров указы нигеҙендә тормошҡа ашырыла. Өфөнөң Ленин районында яңғыҙ көн итеүселәргә, мөмкинлектәре сикләнгән граждандарға янғынды иҫкәртеү ҡоролмалары адреслы тапшырыла. Был хаҡта ентекләберәк БЮТ каналы хәбәрсеһе Гүзәл Борханова.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтНәсимә Ғабдулла ҡыҙы ҡартылығында яңғыҙы ғүмер итә. Ҡыҙы Краснодар крайында төпләнгән, ә берҙән-бер улы утыҙ йыл элек Таулы Ҡарабахта ҡыҙыу нөктәлә вафат булған. Тормош иптәше лә улы вафатынан һуң күп тормай, баҡыйлыҡҡа күсә. Һикһәнде ваҡлаусы өлкән йәштәге ханым дәүләт тарафынан яҡлаулы булыуына ҡыуаныс тойғолары кисерә.
Ҡартлыҡ көнөндә уға социаль хеҙмәткәр беркетелгән, яңғыҙы көн иткәс, янғын хәүефһеҙлеге менән тәьмин итеүҙе хөкүмәт үҙ яуаплылығына алған. Бөгөн Нәисмә Зарипованың йортонда өр-яңы яңғын хәүефһаҙлеген иҫкәртеү ҡорамалы ҡуйылды.
Любовь Чувилина 19 йыл дауамында фалиждан интегеүсе тормош иптәшен тәрбиәләй. Һаулыҡ буйынса мөмкинлектәре сикләнгән өлкән быуыын вәкилдәре янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеүгә ҡорамалдар бушлай тапшырылыуына рәхмәтле.
Йыл башынан башҡалала ете йәшкә тиклем һәм күмәк бала тәрбиләгән ғаиләләргә, 55 йәштән өлкән булған яңғыҙ ғүмер итеүселәргә һәм мөмкинлектәре сикләнгән граждандар торлағына 7000 ашыу янғын сығыуҙы иҫкәртеүсе ҡорамалдар бушлай ҡуйылған.
Янғындарҙы иҫкәтреү эше артабан да дауам ителеп, яҡын киләсәктә социаль яҡлауға мохтаж барлыҡ граждандар ҙа хәүефһеҙлек техникаһы менән тәьмин ителәсәк тип күҙаллана.
Минең ҡулымда янғын осрағын иҫкәртеүсе ҡорамал. Уның ауырлығы ни бары ике йөҙ грамм.Уны нисек ҡорау һәм ҡулланыу хаҡында иҫкәрмәһе лә бар. Батарейкалары бер йылға етәсәк ти белгестәр. Янғынға юл ҡуйғансы, уны ошо ҡорамал ярҙамында иҫкәртеүе күпкә яҡшыраҡ бит.
Гүзәл Борханова