Башҡортостан делегацияһының Луганск халыҡ республикаһына эш сәфәре дауам итә

Улар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының хәрби юлы буйлап үтә. Рәсәй Геройы Миңлеғәли Шайморатов исемендәге ирекмәндәр отряды етәксеһе Тимерйән Рәжәпов хәбәр итеүенсә, бер нисә ҡалала Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙарына арналған митинг ойошторолған. “Батырҙар һәйкәленә сәскә һалдыҡ, еңеү һалдаттарын иҫкә алдыҡ, ти ул.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

 “112-се атлылар дивизияһының хәрби юлы буйлап үтеү илһөйәрлек рухын арттыра”, ти республика Милли музейы етәксеһе Альбина Ярмуллина. Луганск һәм Башҡортостан музейҙары араһында бәйләнештәр нығырына ышанысым ҙур, тип белдерҙе ул.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Луганск республикаһының Петровск ҡалаһындағы 22-се мәктәп Рәсәй Геройы Миңлеғәли Шайморатов исемен йөрөтә. Шулай уҡ Стәрлебаш районында тыуып үҫкән Советтар Союзы Геройы Сафа Хәсәновҡа бағышланған иҫтәлекле билдә ҡуйылған. Башҡортостан делегацияһы сәфәре барышында төбәктәге мәктәптәрҙең береһенә ошо шәхестең исемен биреү мәсьәләһе ҡарала.