"Салауат Юлаев" хоккей клубы тыуған көнөн билдәләй

"Салауат Юлаев", алға! Бөгөн халыҡ батыры исемен йөрөткән хоккей клубының тыуған көнө. Уға 60 йыл. “Салауат Юлаев” көйәрмәндәрҙе әленән-әле сағыу еңеүҙәре менән һөйөндөрә. Ул Рәсәй  чемпионы булды, Гагарин Кубогын яуланы. “Спортсыларҙың боҙға сығыуын көтөп алабыҙ”, ти хоккей яратыусылар.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Бөгөн "Салауат Юлаев" спортсылары Континенталь лигала сираттағы уйынын уҙғара. Баш ҡалаға Мәскәү өлкәһенән "Витязь" килә. Башҡортостан юлдаш телевидениеһы уйын барышын тура эфирҙа күрһәтә.