Ауылда 17 шәхси хужалыҡта һәм ике крәҫтиән-фермер хужалығында һыйырҙарҙа нодуляр дерматит ауырыуы асыҡланған. Йоғошло сир таралмаҫ өсөн хәүефһеҙлек саралары күрелә – ауырыу мал юҡ ителгән. “Яҡын-тирәләге һыйырҙарға прививка яһау башлана”, - ти район хакимиәте башлығы урынбаҫары Азат Шәрипов.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтНодуляр дерматит йоғошло ауырыуҙарҙан һанала. Малдың күҙ, тын юлдары, аш һеңдереү, лимфа системаһы зарарлана, төйөрҙәр барлыҡҡа килә. Һыйырҙың һөтө ҡуйыра, алһыу төҫкә инә.