“Стәрлебаш бауырһағы” һәм “Көйөргәҙе деликатестары” иң татлыһы тип табылды

Башҡортостанда “Беҙҙең бренд” конкурсы еңеүселәре асыҡланды. Ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, унда “Стәрлебаш бауырһағы” һәм “Көйөргәҙе деликатестары” беренсе урын алған. Онлайн тауыш биреү октябрҙә ойошторолдо. Конкурста 48 район һәм ҡаланан 118 аҙыҡ-түлек тәҡдим ителгән. Еңеүселәр һәм лауреаттарҙы бүләкләү декабрҙә уҙа. Шул көндәрҙә “Яңы йыл йәрминкәһе” барышында конкурста ҡатнашҡан аҙыҡ-түлекте тәмләп ҡарарға ла була.