Радий Хәбиров дзюдо буйынса Европа команда чемпионатында ҡатнашыусыларға уңыштар теләне

Башҡортостан Башлығы социаль селтәрҙәрҙә абруйлы турнирға бәйле тарих менән таныштыра. Дзюдо буйынса Европа команда чемпионаты беҙҙең илдә икенсегә ойошторола. Ярыш беренсе тапҡыр 1973 йылда Лозаннала уҙған. Өфөләге чемпионатта 17 илдән спортсылар ҡатнашыуы көтөлә. Радий Хәбиров яҙыуынса, ярыш бөтә санитар талаптарға ярашлы уҙғарыла. Турнир барышын Интернет селтәрендә Европа чемпионатының YouTube-каналында ҡарарға була. Ярыш 26-27 ноябрҙә үтә.