Бөрө ҡала дауаханаһы төҙөлөшө тамамланыу алдында

Яңы медицина учреждениеһы «Сәләмәтлек» милли проекты ярҙамында төҙөлә. Әлеге ваҡытта инженер селтәрҙәре һуҙыла, иҙәндәргә плитә түшәлә. Төҙөлөш эштәре тамамланған бүлмәләр көнкүреш техникаһы менән бергә, медицина ҡоролмалары менән йыһазландырыла. Ғөмүмән, яңы поликлиниканың бүлмәләре заман стандарттарына яуап бирер тип көтөлә.

Бөрө үҙәк район дауаханаһы 1917 йылда төҙөлгән бинала урынлашҡан. Әлеге ваҡытта 170 меңдән ашыу кешене хеҙмәтләндерә. Баш табип белдереүенсә, бина санитар талаптарға яуап бирмәй, майҙаны лы бәләкәй.

Яңы поликлиника беренсел медицина ярҙамын күрһәтеү системаһын үҫтереү сиктәрендә тормошҡа ашырыла.

Азат Ғәлиуллин