Һынған ҡулда кинола ғына гәүһәр табырға мөмкин. Ә ысынбарлыҡта ауырыуҙар гөлләмәһе. Бөгөн илдең әйҙәүсе белгестәре йығылып һөйәк һындырыу эҙемтәләрен бөтөрөү проблемаларын өйрәнә. Баш ҡалала төбәк -ара кәңәшмә үтә.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайт2018 йылда ғына Рәсәйҙә йәшәүсе оло йәштәгеләрҙең 240 меңдән ашыуы йығылып янбаш һөйәген һындырған. Сағыштырыу өсөн инфаркт 120 мең тирәһе кешелә теркәлгән. Эсәк яман шеше 60 мең пациентта асыҡланған. Шуға күрә был проблема өлкәндәр өсөн үтә лә киҫкен тора. Сөнки оло йәштәгеләр өсөн һөйәк сатнауы ла ҙур бәләгә килтереүе ихтимал.
Ҡолау һәм һөйәк һындырыуҙы профилактикалау буйынса төбәк-ара конференцияның Өфөлә уҙғарылыуы юҡҡа түгел. 2019 йылдан алып Башҡортостан «Өлкән быуын» федераль проекты буйынса пилот төбәк. Беҙҙә барлыҡҡа килгән һөҙөмтәле эш алымдары, дауалау юлдары башҡа төбәктәргә лә таратыласаҡ. Ҡайҙа йығылырҙы белеү мөмкин түгел, шулай ҙа һөйәктең ныҡлығын алдан төҫмөрләргә мөмкин, ти табиптар.
Айнур Кәбиров