Кушнаренко районы Солтанай ауылында үҙәкләштерелгән һыу менән тәьминәт системаһы булдырылды

Күләмле проект республика адреслы инвестиция проекты сиктәрендә тормошҡа ашырылған. Инженер коммуникацияларға, һыу башняһы төҙөлөшөнә яҡынса 40 миллион һум аҡса йүнәлтелгән. Урындағы халыҡтың ҡыуанысын БЮТ каналы хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина уртаҡлашты.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Кушнаренко районы Солтанай ауылында һыу башняһы төҙөлөп, торбалар һалыныу менән Ғарифуллиндар ғаиләһе тәүгеләрҙән булып йорттарына инженер коммуникация үткәрә. Хужабикә билдәләүенсә, хәҙер көйәнтә менән шишмәгә йөрөйһө түгел, эсәр һыу өҙлөкһөҙ рәүештә крандан килә.

Халыҡ мөрәжәғәттәре буйынса ете йыл элек үк урындағы хакимиәт тарафынан биләмәлә үҙәкләштерелгән һыу менән тәьминәт системаһын булдырыу ҡарары ҡабул ителгән. Проект документтары әҙерләнеп, республика адреслы инвестиция программаһына эләгә. Күләмле төҙөлөш 2019 йылда башлана.

Заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған ике һыу башняһы төҙөлөп, яҡынса 14 саҡрым арауыҡта торбалар һалынды. Дөйөм алғанда, проектты тормошҡа ашырыуға ҡаҙнанан 40 миллион һумдан ашыу аҡса йүнәлтелде.

Таһир Ирғәлиев, Кушнаренко районы хакимиәте башлығының төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ буйынса урынбаҫары

Ауылға һыу үткәрелеүе өс йөҙгә яҡын кешенең йәшәү шарттарын яҡшыртырға булышлыҡ итәсәк. Урындағы халыҡ билдәләүенсә, һыуға ихтыяж юғары булған.

Яңы йыл алдынан Солтанай ауылында йәшәүселәр ҡыуаныслы мәшәҡәт менән мөшғүл – улар йорттарына һыу үткәрә. Эштең сифатлы башҡарылыуына улар шикләнмәй.

Гөлназ Хәйбуллина