Өфөлә Рәми Ғариповты иҫкә алдылар

“Тик тормошоң хата булмаһын!” Өфөлә Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповҡа арналған түңәрәк өҫтәл үтте. Унда ҡатнашыусылар әҙиптең әҙәби мираҫы тураһында фекер алышты. Рәми Ғариповтың ижады торғонлоҡ йылдарына тура килә. Ул вафатынан һуң ғына танылыу ала. Билдәле шағир Ҡәҙим Аралбаев:

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

“Аҡбуҙат” журналы баш мөхәррире Лариса Абдуллина әйтеүенсә, Рәми Ғарипов ата-әсәһенең генә улы түгел, ул халыҡ улы. Шағирҙың ижадын халыҡ-ара кимәлдә өйрәнергә, баһаларға кәрәк тип иҫәпләй ул.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Башҡортостанда Рәми Ғариповтың тормошона һәм ижадына арналған нәфис фильм төшөрөлдө. Киләһе йылда шағирҙың тыуыуына 90 йыл тула. Картина юбилей көндәрендә экрандарға сыға.