Өфөлә йәйәүлеләр хәүефлеген тәьмин итеүгә йүнәлтелгән саралар дауам итә. Юл полицияһы "Йәйәүле юлы" тигән акция уҙғара. Автоинспекторҙар белдереүенсә, тротуарҙа, йәйәүлеләр биләмәһендә транспортһыҙ кешеләргә өҫтөнлөк була. Тротуарҙа машина ҡалдарыусыларға штраф һалына, бынан тыш автомобилде махсус урындағы туҡталҡаға алып китеүҙәре мөмкин.