Балалар һәм йәштәр театрҙары фестивале еңеүселәре бүләкләнде

“Ялҡын”дар – беренсе. Өфөлә балалар һәм йәштәр театрҙары фестивале еңеүселәре билдәләнде. Ижади ярышта Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге республика гимназия-интернатында эшләп килгән “Ялҡын” театр түңәрәге беренсе урын яуланы. Коллектив 2010 йылда ойошторола. Уны Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры актеры Илнур Лоҡманов етәкләй. “Балалар сәхнәлә оҫта уйнай. Уларҙың күҙе яна, ихласлығы тамашасыларға барып етә”, - ти ул.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Беренсе республика балалар һәм йәштәр театрҙары фестивале 2019 йылда үтте. Быйыл проектта 20-нән ашыу театр коллективы ҡатнашты. Фестивалдең даирәһе йылдан-йыл киңәйә, ти ойоштороусылар.