Дәүләкән районы Чапай ауылы өсөн ҡыуаныслы ваҡиға

Бында һыу менән тәьмин итеүсе заманса система файҙаланыуға тапшырылды. “Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү”  дәүләт программаһы буйынса төҙөлгән объекттың оҙонлоғо 3 километрҙан ашыу. Һыу үткәргес төҙөлөшөнә федераль һәм төбәк ҡаҙналарынан 11 миллион һумға яҡын аҡса тотонолған. Дәүләт программаһы  быйыл республиканың ете районында бойомға ашырыла.