Асҡын ауылындағы Блюхер урамында телефон бағанаһы сереп ауырға тора. Урында йәшәүсе социаль селтәрҙә ошондай мөрәжәғәт ҡалдыра. Ул, шулай уҡ, ошо бағанаға беркетелгән юл билдәһен алып тимер терәүгә урынлаштырыуҙы һорай. Был яҙма Республика менән идара итеү үҙәгенең “Инцидент-менеджмент” системаһына эләгә. Һөҙөмтәлә, “Башинформсвязь” йәмғиәтенең Иҫке Балтас сервис үҙәге хеҙмәткәрҙәре бағананы алыштыра. Ошо көндәрҙә иһә юл билдәһе лә нығытылып ҡуйыла.