Уҙған тәүлектә Башҡортостанда коронавирус диагнозы тағы ла 674 кешегә ҡуйылған

Бөгөн стационарҙарҙа 540 пациент дауалана. Уларҙың 371-е 60 йәштән өлкәндәр. Ауыр хәлдәге 102 сирленең дүртәүһе үпкәне яһалма елләтеү аппараттарына тоташтырылған. Тағы ла 7 118 кеше сиргә ҡаршы амбулатор шарттарҙа көрәшә. Тәүлек эсендә дауаханаларҙан 698 кеше һауығып сыҡҡан, яңы инфекциянан 38 кеше вафат булған.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Республикала халыҡты коронавирусҡа ҡаршы вакциналау дауам итә. Коллектив иммунитетҡа ирешеү өсөн 2 484 667 кешегә профилактика сараһы уҙғарыу мотлаҡ. Бөгөнгә Башҡортостанға коронавирусҡа ҡаршы 2 454 263 доза вакцина килтерелгән.

1-се компонентты 1 945 683 яһатып өлгөргән. 1 682 772 кеше вакцинацияны тулыһынса тамамлаған. Тәүлек дауамында республиканың медицина учреждениеларына прививка ҡаҙатырға теләп 26 390 кеше мөрәжәғәт иткән.