Тиҙҙән Тәтешле районының Әрибаш ауылында медицина учреждениеһы асылыр тип көтөлә. Яңы фап 800-гә яҡын кешене хеҙмәтәләндерәсәк. Төпкөлдә һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһы яңыртылыуын БЮТ каналының ижади төркөмө лә күҙәтте. Был хаҡта ентекләберәк БЮТ каналы хәбәрсеһе Гүзәл Борханова.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтАуыл фельдшеры Инесса Шәйхсламованың һәр иртәһе пациенттарҙы ҡабул итә торған бинаны йылытыуҙан башлана. Фельдшер-акушерлыҡ пункты 1976 йылда төҙөлгән. Йылдар үтеү менән ул бик ныҡ иҫкергән, санитар нормаларға тап килмәй тип табылған. Бина йылыныу менән бында тәүге пациенттар ҙа ағыла башланы. Беренсе булып, фельдшерға күренергә Фәниә Милетдинова килде.
Фәниә Фазлиәхмәт ҡыҙына 83 йәш. Өлкән быуын вәкиле йәш сағында колхозда мал ҡараған, ырҙын табағында эшләгән. Хаҡлы ялдағы ханым, һаулығы ҡаҡшау сәбәпле, ауыл фельдшерына йыш мөрәжәғәт итә. Әлегә фельдшер уны уңайлыҡтары булмаған иҫке бинала ҡабул итә. Кирбестән төҙөлгән яңы медицина учреждениеһы йәшәгән йортома яҡын буласаҡ һәм унда бөтә уңайлыҡтар ҙа ҡаралған, тип ҡыуана хеҙмәт ветераны.
Ике ауыл халҡын хеҙмәтләндерәсәк медицина учреждениеһының хаҡы 4 миллион ярым һум. Әлеге ваҡытта бинаға пластик тәҙрәләр ҡуйылған, яҡын арала ҡыйыҡ профнастил менән ябыласаҡ. Эске биҙәү эштәренә тотонорҙан алда стеналар йылытыла. Тейешле медицина ҡорамалдары ла ҡайтарыла башлаған.
Былтыр районда 4 модулле фельдшер-акушерлыҡ пунткты файҙаланыуға тапшырылған. Киләһе йылдарҙа тағы ла 4 фап төҙөләсәк. Был төпкөлдәге ауыл халҡына йәшәү урынында медицина ярҙамы күрһәтеү мөмкинлеге бирәсәк.
Әрибаш ауылында асыласаҡ фелдьшер-акушерлыҡ пункты 180 баланы һәм 700-ләп оло кешене хеҙмәтләндерер тип күҙаллана. Медицина учреждениеһының автоном һыу скважинаһы ла буласаҡ.
Әрибаш ауылында фельдшер-акушерлыҡ пункты төҙөлөшәнә подрядсы ойошма 27 октябрҙа тотонған. Әлеге ваҡытта төҙөлөштөң 70 проценты тамамланған. Алда йылылыҡ үткәреү, эске биҙәү эштәрен тамамлау һәм медицина ҡорамалдарын урынлаштырыу тора. Республика адреслы инвестиция проекты Әрибаш ауылы халҡына Яңы йыл бүләге буласаҡ тип көтөлә.
Гүзәл Борханова