«Берҙәм ил – уңайлы мөхит» проекты активистары Өфөлә асылған яңы үткәүелдә тикшереү үткәрҙе

Мөмкинлектәр сикле. «Берҙәм ил – уңайлы мөхит» проекты активистары Өфөнөң «Дуҫлыҡ Монументы» янында асылған яңы ер аҫты үткәүеленә мониторинг уҙғарып, етешһеҙлектәр тапты.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Күреү һәләте насар булған граждандар өсөн шарттар тыуҙырылмаған, шулай уҡ инвалид коляскаһында булғандар ҙа тура юлдан үткәндә Ағиҙел йылғаһы ярына төшә алмай. Йәмәғәт ойошмалары вәкилдәрен борсоған мәсьәлә менән БЮТ каналы хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина таныштыра.

Был аҙнала «Дуҫлыҡ Монументы»нан Ағиҙел йылғаһы яр буйына тиклем тура юл асылды. Хәҙер йәйәүлеләргә светофорҙың йәшел төҫөн көтөргә кәрәкмәй, 110 метр арауыҡтағы ер аҫты үткәүеле төҙөлгән. Зәйнуллиндар ғаиләһе тоннелгә тәүге тапҡыр эләгеүен билдәләй.

Коляскалары булғас, бында пандуслы участканан төшкәндәр. Тик йәш ата-әсә үткәүелдән сығыу менән ҡаршылыҡҡа осраны. Биләмәлә тәгәрмәсле ҡоролмаларҙы йөрөтөү өсөн уңайлыҡтар булмай сыҡты.

Мөмкинлектәре сикләнгән граждандар ҙа үткәүелдән сығыу менән сәфәрен туҡтатырға мәжбүр. Пандусһыҙ баҫҡыс оло ҡаршылыҡҡа тиң. «Берҙәм ил - уңайлы мөхит» проекты активистары ла мониторинг уҙғарғанда был участкалағы етешһеҙлектәргә айырыуса иғтибар йүнәлтте.

Ағиҙел йылғаһы ярына сыҡтыҡ, әммә бейек баҫҡыстан төшә алмайбыҙ. Ҡоролма мөмкинлектәре сикләнгәндәр өсөн тулыһынса яраҡлаштырылмаған. Бында хатта яндауырҙар ҙа юҡ.

Ирек Зарипов Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың мәғариф, мәҙәниәт, йәштәр сәйәсәте һәм спорт комитеты рәйесе урынбаҫары

Мониторинг барышында пандуста төрлө кимәлдәге ауышлыҡ булыуы асыҡланды, был инвалид коляскаһындағылар өсөн өҫтәмә ҡаршылыҡ. Шулай уҡ ҡайһы бер участкаларҙа ике яндауыр араһы дәүләт стандарттарына тура килмәй. Күреү һәләте насар булғандар өсөн дә уңайлы мөхит булдырыу шарт.

«Берҙәм ил - уңайлы мөхит» проекты активистары, инвалидтарҙың йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре мониторинг һөҙөмтәләре буйынса ыңғай үҙгәрештәр булыр тип ышана. Өфө ҡалаһы хакимиәтенә етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү буйынса мөрәжәғәт ебәреләсәк. Мэриянан хәбәр итеүҙәренсә, маршрут буйынса махсус билдәләрҙе 3 декабргә тиклем ҡуйыу планлаштырылған. Шул уҡ ваҡытта туҡталыштан Ағиҙел йылғаһы ярына эләгеү өсөн икенсе юл барлығы билдәләнде.

Транспорт хәрәкәте көсөргәнешле булған юл участкаһында ер аҫты үткәүеле асылыуы - өфөләр өсөн көтөп алынған ваҡиға. Ҡоролма Ағиҙел яр буйын төҙөкләндереү проекты сиктәрендә төҙөлдө. Тонель видеокүҙәтеү, хәрәкәт датчиктары нигеҙендә эшләүсе яҡтыртҡыстар менән тәьмин ителгән.

Гөлназ Хәйбуллина