Баймаҡ районында һыйыр малының нодуляр дерматит менән күпләп ауырыу осрағы теркәлде. Ҡурҡыныс сир Беренсе Төркмән ауылында урынлашҡан 17 шәхси һәм ике фермер хужалығында таралыуы асыҡлана. Барлығы 200 баш мал ауырыуға дусар булған. Осраҡ буйынса төбәктә ғәҙәттән тыш хәл иғлан ителгән. Теманы БЮТ каналы хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова дауам итә.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтДинар Йәнтуриндың ҡураһында ун баштан ашыу һыйыр малы. Хужа әйтеүенсә, һуңғы арала малдарҙың ашамай, ауыҙ-морононан шайыҡ ағып торған сағы була, әммә оҙаҡҡа түгел.
Егерме башҡа яҡын мал аҫраған Радий Бикәев та тәүҙә дауалап ҡарау яҡлы, яндырырға бер ҡасан да һуң түгел, ауыл ерендә кеше малға ҡарап тора, ҡарарҙарҙы тикшереүҙәр үткәреп, фекер алышып ҡына ҡабул итергә кәрәк, ти ул.
Төркмән ауылында шәхси хужалыҡтарҙан тыш, малсылыҡ менән шөғөлләнгән фермерҙар ҙа бар. Илдар Тулыбаев был эшкә улдарын да йәлеп иткән. Әле Тулыбаевтарҙың хужалығында илле баштан ашыу эре мал. Ғаилә һөт, ит һатып килем ала. Сир раҫланған һәм хәүеф янаған осраҡта лайыҡлы компенсация түләнергә тейеш, ти Илдар Тулыбаев.
Әле Төркмән ауылына ингән юлдарға карантин постары ҡуйылған. Ауылдан сыҡҡан транспорт саралары махсус зарарһыҙландырыу шыйыҡсаһы менән эшкәртелә, тикшереү үткәрелә. Ауыл халҡына ит һөт ризыҡтары һатыу ҙа тыйылған. Ветеринарҙар әйтеүенсә был сирҙең таралыуын сикләү маҡсатында эшләнә.
Әле сирҙең килеп сығыу осраҡтары ла асыҡлана. Белгестәр фаразлауынса, ауырыуҙың мал аҙығы аша йоғоуы ихтимал. Сөнки быйыл төбәктә ҡоролоҡ булыу сәбәпле күптәр бесәнде, емде ситтән һатып алған. Баймаҡ районы хакимиәтенән белдереүҙәренсә, Төркмән ауылында Башҡортостан ветеринария идаралығы етәксеһе Азат Йыһаншиндың халыҡ менән осрашыуы уҙған. Республика ҡаҙнаһынан күрелгән зыян күләме ҡаплана, мал менән биреү тәҡдиме лә ҡарала.
Ветеринарҙар фекеренсә, нодуляр дерматит сире тиҙ тарала. Ауырыған малды дауаларға була, әммә ул барыбер хәүеф сығанағы булып ҡала һәм сирҙе таратыуы мөмкин. Икенсенән башҡа быҙауламай, һөтө лә сифатын юғалта. Мал тыштан һау күренһә лә, эске ағзалары зарарлана. Шуға был осраҡта иң һөҙөмтәле ысул булып малдарҙы юҡ итеү тора, ти белгестәр.
Хәҙерге ваҡытта Төркмән ауылы эргәһендә ауырыған малдарҙы яндырыу өсөн тәрән соҡор әҙерләнә. Ветеринарҙар әйтеүенсә эш тамамланыу менән был урын ер менән тигеҙләнеп ҡуйыла һәм кәртәләнеп алына. Ауырыу йоҡмаған малдарға иһә 15-20 километр арауыҡта вакцина яһаласаҡ.
Рәмзиә Кәримова