Башҡортостанда коронавирустан тағы 36 кеше үлгән

Илдә коронавирус йоҡтороусылар кәмей, әммә вафат булыусылар арта. Көн һайын 1 мең 200 кешенең ғүмере өҙөлә. Республикала үткән тәүлектә 36 үлем осрағы теркәлгән, 672 кешелә инфекция табылған. Табиптар стационарҙа дауаланған 83 пациенттың ауыр хәлдә булыуы тураһында белдерә. Башҡортостанда халыҡты прививкалау дауам итә. Вакцина алырға тейешлеләрҙең 68 проценттан ашыуы иммунизация үткән.